Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
9 Август 2022, 05:48

Тағы бер грантҡа ғаризалар ҡабул ителә

Туристарҙы йәлеп итер өсөн ҙур мәҙәни һәм спорт саралары ойоштороуға баҫым яһала был юлы. 

Тағы бер грантҡа ғаризалар ҡабул ителәТағы бер грантҡа ғаризалар ҡабул ителә
Тағы бер грантҡа ғаризалар ҡабул ителә

Ростуризм "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты сиктәрендә туризмды үҫтереүгә ярҙам ҡулы һуҙырға ҡарар итте. Башҡортостан был эштән ситтә ятып ҡалмаҫ тигән өмөт бар. 

Туристарҙы йәлеп итеү өсөн ҙур мәҙәни һәм спорт саралы үткәреү күҙ уңында тотола бында. Сара 10 мең кеше йыйырға һәм бушлай үткәрелергә тейеш тигән шарты бар. 

Еңеүсе проекттарға кәмендә 50 млн. һум субсидия ҡаралған. Был аҡсаға шулай уҡ сара өсөн уңайлы урын табыу, ҡорамалдар һатып алыу, сағыу артисты йәки башҡа билдәле шәхесте саҡырыу, реклама ойоштороу ҙа инә. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан

#нацпроекты #регпроекты #национальныепроекты # региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас