Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
9 Август 2022, 05:23

Торлаҡты һатыу һәм һатып алыу еңелләшә

 Госуслуги порталында "Мое жилье" суперсервисы менән ҡулланырға мөмкинлек тыуҙы. 

Торлаҡты һатыу һәм һатып алыу еңелләшәТорлаҡты һатыу һәм һатып алыу еңелләшә
Торлаҡты һатыу һәм һатып алыу еңелләшә

Суперсервис аша торлаҡ менән эш итеү тиҙ һәм хәүефһеҙ буласаҡ. Бында төҙөүселәр, банктар һәм дәүләт органдары менән мөнәсәбәт урынлаштырыуы уңай.

Кеше торлаҡ һатыу тураһында иғлан ҡуйғас та дәүләт реестрынан хоҡуғы буйынса аныҡлау ала. Һатып алыусы тиҙ арала фатир хаҡында барлыҡ мәғлүмәтте күрә. Банк иҫәбендә түгелме, кемдәр теркәлгән, торлаҡ-коммуналь хужалығына бурыстары юҡмы...

Һатыусы менән һатып алыусы онлайн режимда килешеү төҙөй ала, хатта электрон ҡултамға бар. 

Сервис "Цифралы иҡтисад" милли проекты аша тормошҡа ашырыла. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан

#миллипроект #нацпроекты #регпроекты #национальныепроекты #региональныепроекты

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас