

Документта әйтелгәнсә, «яралыларға, ауырыуҙарға һәм Украина яғынан ҡораллы агрессиянан зыян күргән кешеләргә медицина ярҙамы күрһәткәндә юғары профессионализм, сыҙамлыҡ һәм фиҙаҡәрлек өсөн, шулай уҡ республиканың медицина персоналы эшен ойоштороуҙа һәм уҡытыуҙа туранан-тура ҡатнашҡан өсөн».
Бүләкләү тантанаһы унынсы августа Красный Луч ҡалаһында уҙҙы, унда Башҡортостан табиптары эшләй. Красный Ключ үҙәк ҡала поликлиникаһының тамашалар залында ЛНР-ҙың һаулыҡ һаҡлау министры Наталия Пащенко тантана сәбәпселәренә наградалар тапшырҙы.
- Май айынан алып бында эшләгән барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәм. Квалификациялы белгестәр булараҡ, һеҙ беҙгә ярҙамға килеү өсөн йорттарығыҙҙы һәм ғаиләләрегеҙҙе ҡалдырып китергә булдығыҙ. Беҙҙең өсөн, ЛНР медиктары, әхлаҡи рух ныҡлығы, бергәләп һәм мотлаҡ еңеү яулауыбыҙ тойғоһо ла ғәйәт ҙур ярҙам ул! - тип өҫтөне министр.
Красный Луч ҡалаһында эшләүсе Башҡортостандың өсөнсө медицина десанты составына балалар отоларингологы, травматолог, невролог, ультратауыш диагностикаһы табибы, хирург, неонатолог, шулай уҡ өлкәндәрҙең функциональ диагностика табибы, кардиолог һәм ультратауыш диагностика табибы инә. 11 июлдән 9 авгусҡа тиклем улар балаларға 6 017 консультация һәм 3 263 тикшереү, шулай уҡ өлкәндәр өсөн 3 044 консультация һәм 4 748 тикшереү үткәргән.
- Хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалауҙары ҡыуандыра, - тине төркөм етәксеһе Леонора Хөсәйенова. - Беҙ Луганск Халыҡ Республикаһы, атап әйткәндә Красный Луч ҡалаһы халҡы өсөн файҙалы булырға теләнек. Урындағы коллегалар менән бер ҙур команда булып эшләйбеҙ. Уларҙың яғынан да, хакимиәт яғынан да дуҫтарса ярҙам тоябыҙ. Беҙ халыҡҡа һәм коллегаларыбыҙға артабан да мөмкин тиклем ярҙам итергә ниәтләйбеҙ.
Журналист Гөлнур Артыҡаева һүҙҙәренсә, Башҡортостандың байтаҡ медицина белгестәре ЛНР-ҙа өсөнсө вахта рәттән эшләй һәм уларҙың ярҙамына мохтаж булған саҡта ҡалырға әҙерҙәр.