+21 °С
Болотло


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 32 йыл элек 15 августа совет рок-музыканты Виктор Цой Латвияның Тукум районындағы автоһәләкәттә һәләк булды. Был тотош быуын өсөн шәхси фажиғә булды.
Салауатта Виктор Цойҙың иҫтәлегенә арналған концерт үтте. Төп майҙанда совет рок музыкаһы легендаһын хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн бер нисә мең кеше һәм ҡала ҡунаҡтары йыйылды. Концерт алдынан уның тормош тарихы тураһында фильм күрһәтелде.
Сығанаҡ: Салауат хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмө.