Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
26 Август 2022, 05:28

Табиптың эше еңеләйә

Башҡортостан дауаханалары заманса ҡорамалдар менән тулыланыуын дауам итә. 

Табиптың эше еңеләйәТабиптың эше еңеләйә
Табиптың эше еңеләйә

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә Тәтешле район дауаханаһына алты электрокардиограф алынған. 

Телемедицина электрокардиографы ЭКГ һөҙөмтәләрен электрон почта аша ебәрә ала. Теле-ЭКГ ярҙамында "Тиҙ ярҙам" машинаһында уҡ кардиограмма төшөрөп ебәреп белгестәрҙән консультацияға алырға була. Был пациентҡа тиҙ арала ярҙам итеп өлгөрөргә булышлыҡ итә. 

Яңы электрокардиографтар бик еңел һәм уңайлы сумкаларҙа. Уны стационар медиктары ла, поликлиникаларҙа эшләүселәр ҙә ҡуллана ала. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас