Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2022, 14:02

Республика һөт етештереү буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй

Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында «Һөт иле» фестивале бара. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн, 27 августа, социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

Республика һөт етештереү буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй
Республика һөт етештереү буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй

- Бөгөн Өфөлә юбилейлы, «Һөт иле» фестивален үткәрәбеҙ, - тип яҙҙы республика етәксеһе. - Был сара беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки республика ғәҙәттәгесә күп һөт етештерә. Был күрһәткес буйынса беҙ илдә икенсе. Башҡортостанда һөт эшкәртеүсе бөтә ҙур предприятиеларҙың хәҙер яңыртыу йәки өҫтәмә инвестиция һалыу стадияһында булыуы бик мөһим. Беҙ һөт етештереүҙе әүҙем үҫтерәбеҙ һәм уны дауам итәсәкбеҙ. Беҙҙә «Һөт кухнялары» селтәре эшләй, ул балаларҙың, йөклө һәм йәш әсәләрҙең тәмле һәм файҙалы продукцияһын тәьмин итә. Балалар өсөн һөт эшкәртеү цехы бөтә республика буйлап эшләй.

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: