Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Август 2022, 10:15

Хәйбуллала төрлө йүнәлештәге эшҡыуарҙар арта

Район хакимиәте башлығы менән берлектә даими уҙғарылып торған "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ошо хаҡта һөйләй. 

Хәйбуллала төрлө йүнәлештәге эшҡыуарҙар арта
Хәйбуллала төрлө йүнәлештәге эшҡыуарҙар арта

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән берлектә аҙна һайын уҙғарылып торған "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматында координация советы ултырыштары районда эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән ойошторола. 

Сираттағы ултырышта Гөлиә Исҡужина ҡатнашты. Бер йыл элек ул психологик консультациялар үткәрә башлаған икән. Райондағы балта коворкингында арендаға урын алған. Ошо ваҡыт эсендә уға йөҙҙән артыҡ кеше мөрәжәғәт иткән. 

Ултырышта ул кабинеты өсөн йыһаздар алыу өсөн инвестициялар йәлеп итеү маҡсатында ҡатнаша. 

Лилиә Биксимбәтова ла кабинеты өсөн йыһаздар һатып алыу һәм күрһәткән хеҙмәтенең сифатын арттырыу өсөн тырыша. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан

#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас: