Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2022, 16:21

Батырҙар иҫтәлегенә хәтерташтар асылды

Белем көнөндә Башҡортостандың бер нисә мәктәбендә Украинала барған махсус операция бәрелештәрендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә хәтерташтар асылды.

Батырҙар иҫтәлегенә хәтерташтар асылды
Батырҙар иҫтәлегенә хәтерташтар асылды

Башҡортостандың бер нисә мәктәбендә Украинала барған махсус операция бәрелештәрендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә хәтерташтар асылды.

Шулай, Бөрйән районында Инсур Вәли улы Кинйәкәев һәм Хәкимйән Вил улы Ҡарағолов  иҫтәлегенә улар белем алған Байназар мәктәбендә хәтерташ асылды. Тағы ла Өфөнөң  40-сы мәктәбендә Виктор Серафимовтың исемен мәңгеләштерҙеләр. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: