Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2022, 20:55

Хәлил ҡыҙҙары Рәсәй исеменән сығыш яһай

Яҡташтарыбыҙға уңыштар насип булһын!

Хәлил ҡыҙҙары Рәсәй исеменән сығыш яһай
Хәлил ҡыҙҙары Рәсәй исеменән сығыш яһай

Белоруссияның Гродно ҡалаһында ауыл ерлегендә йәшәүсе Рәсәй һәм Белоруссия мәктәп уҡыусыларының спартакиадаһы бара. Баскетбол, өҫтәл теннисы һәм мини-футбол буйынса ярыштарҙа Рәсәй исеменән сығыш яһаусылар араһында Башҡортостандан беҙҙең Хәлил урта мәктәбенең баскетболсы ҡыҙҙары ла бар. Улар - Камила Әбделғазина, Залина Баракова, Айзилә Мырҙабаева һәм Асия Рәхмәтуллина. Тренерҙары - Таһир Зөлфәр улы Әлибаев. Яҡташтарыбыҙға уңыштар насип булһын!

 

Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: