Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2022, 16:22

Үҙ ҡулдары менән мини-трактор йыйған

Ун һигеҙ ат көсөндәге техника менән әле күптән түгел күрше ауылдан бер тонна иген алып ҡайтҡан.

Үҙ ҡулдары менән мини-трактор йыйған
Үҙ ҡулдары менән мини-трактор йыйған

Балтас районы Юғары Ҡарыш ауылынан Ринат Камилов үҙ ҡулдары менән мини-трактор йыйған. Оҙаҡ йылдар колхозда бригадир булып эшләгән Ринат Камилов. Хужалыҡ тарҡалғас, урмансы булған һәм шул эшенән хаҡлы ялға сыҡҡан. Әле уға 64 йәш.

«Ике йыл йөрөтәм, бер шөрөбөн дә борғаным юҡ, майын да алмаштырманым әле. Бер литр АИ-92 маркалы бензин һалам да көнө буйына йөрөйөм», - ти алтын ҡуллы оҫта.

Ун һигеҙ ат көсөндәге техника менән әле күптән түгел күрше ауылдан бер тонна иген алып ҡайтҡан. Бер ҡыйынлыҡһыҙ тартты, ти. Тракторына тағылма арбаны ла үҙе эшләгән.

Яңы техникаһына Ҡытайҙа етештерелгән двигатель, алтынсы модель «Жигули» коробкаһы, мотоцикл аккумуляторы ҡуйған. Тиҙлегенә килгәндә, тигеҙ юлда сәғәтенә алтмыш саҡрымға етә, ти.


Сығанаҡ: Башҡортостаным | яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас: