Шоңҡар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2022, 10:37

Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам итергә әҙербеҙ

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Виктория Абрамченко яңы етештереү линияһының һөҙөмтәлелеген һәм экологик яҡтан файҙалы булыуын билдәләне

23 сентябрҙә эш сәфәре менән Башҡортостанға килгән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещен районында “ПОЛИЭФ” заводы майҙансығында икенсел – яңынан эшкәртелгән пластик һауыттарҙан сеймалды файҙаланып, ПЭТ-гранулалар етештереү линияһын асыуҙа ҡатнашты.

Яңы производствоға старт бирер алдынан Виктория Абрамченко һәм Радий Хәбиров “ПОЛИЭФ” эшмәкәрлеге менән танышты. Атап әйткәндә, быйыл апрелдә файҙаланыуға тапшырылған 4,9 МВТ ҡеүәтле ҡояш электр станцияһын ҡаранылар.  

Завод Рәсәйҙә берҙән-бер терафталь кислота (ТФК) етештереүсе, шулай уҡ эре полиэтилентерефталат менән тәьмин итеүсе булып тора. 2019 йылда терафталь кислота етештереү линияһын яңыртҡандан һуң уның ҡеүәте йылына 371 мең тонна тәшкил итә, ә ПЭТФ-ының – 252 мең тонна.

“ПОЛИЭФ” вәкилдәре предприятиела барлыҡ етештереү барышы менән идара итеүҙе ойошторған берҙәм оператор, шулай уҡ һауа сифатын үлсәү өсөн мобиль экологик лаборатория эшләй.  

Шулай уҡ яңы “йәшел” ПЭТ-гранулалар етештереүҙе ҡаранылар. Сеймал сифатында ваҡланған пластик шешәләр файҙаланыла. Яңы ҡорамал һынау-сәнәғәт ҡулланыу стадияһын үткән. Проект ҡеүәтенә сыҡһа, йыл һайын 144 мең тонна ПЭТ-гранула етештерә аласаҡ.  

Технологик линияны асыу тантанаһында Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Виктория Абрамченко яңы етештереү линияһының һөҙөмтәлелеген һәм экологик яҡтан файҙалы булыуын юғары баһаланы.

– Тотороҡло үҫештең төп ҡағиҙәләренең береһе – сығанаҡтарҙы дөрөҫ файҙаланыу, ябыҡ иҡтисад циклына күсеү. Рәсәй Хөкүмәте ошондай тармаҡ-ара проектты башланы, уға өс йылда ун миллиард һум бүләсәкбеҙ. Тәү сиратта ул - етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарынан алынған файҙалы компоненттарҙы хужалыҡ әйләнешенә ҡайтарыу. “Сибур” предприятиеһында бөгөн яңы етештереү линияһы асабыҙ – был сығанаҡтарҙы икенсел ҡулланыу ихтыяжына дөрөҫ мөнәсәбәт, – тине Виктория Абрамченко.

Башҡортостан Башлығы “ПОЛИЭФ” коллективын яңы комплекс эшләй башлауы менән ҡотланы һәм республиканың “СИБУР”ҙың яңы проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе.   

– Был проект беҙҙең өсөн бик яҡын. 2019 йылдан уны республиканың Инвестиция советында бер нисә тапҡыр ҡараныҡ һәм ғәмәлгә ашһын өсөн бөтәһен дә эшләнек – өҫтөнлөктәр бирҙек, коммуникациялар һәм ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәттек, – тине сығышында Радий Хәбиров.

“СИБУР”ҙың идара ағзаһы – башҡарма директор Александр Петров яңы етештереү линияһының киләсәктәге социаль һөҙәмтәлелеге тураһында һөйләне.

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам итергә әҙербеҙ
Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам итергә әҙербеҙ
Автор:Загида Мусина
Читайте нас: