Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
26 Сентябрь 2022, 08:14

Ҡурсаҡ театры Ҡаҙағстанда сығыш яһаны

Аҡтүбә ҡалаһында алтынсы тапҡыр Халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙарының "Әссәләмәғәләйкүм" фестивале үтте. Уны ҡаланың "Алаҡай" ҡурсаҡ театры ойошторҙо.  

Ҡурсаҡ театры Ҡаҙағстанда сығыш яһаныҠурсаҡ театры Ҡаҙағстанда сығыш яһаны
Ҡурсаҡ театры Ҡаҙағстанда сығыш яһаны

Фестивалдә Ҡаҙағстандың, Үзбәкстандың һәм Рәсәйҙең 14 театры ҡатнашты. Башҡорт дәүләт Ҡурсаҡ театры Ганс Христиан Андерсен әкиәте буйынса ҡуйылған "Гадкий утенок" (режиссеры Вадим Ғабдуллин) спектаклен күрһәтте. Уны театр тәнҡитселәре юғары баһаланы. Ә Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғаян Сафина, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлсәсәк Мөхәмәтшина менән Ләлә Булатовалар "Һөнәренә тоғролоҡ өсөн" дипломына лайыҡ булды.

Был сара Ҡаҙағстанда иғлан ителгән Балалар йылы сиктәрендә ойошторолдо. 

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас