+21 °С
Болотло


Синоптиктар фаразынса, быйыл ҡыш Башҡортостанда температура нормаға ярашлы була, тип хәбәр итә "Башинформ".
Башҡортостанда уртаса айлыҡ температураның түбәндәгесә булыуы көтөлә: октябрҙә +4,3, ноябрҙә +4,4, декабрҙә +10,8, ғинуарҙа +12,5, февралдә +11,7, мартта +5,1 градус.
Ноябрҙә ғәҙәттәгенән һалҡыныраҡ булыуы, декабрҙә температураның норманан аҙ ғына тайпылыуы фаразлана. Октябрҙә, ғинуарҙа, февралдә һәм мартта республикала уртаса температураның нормаға ярашлы булыуы көтөлә.