

Рәсәй йыйылма командаһының элекке ярымһаҡсыһы Данияр Билалетдиновҡа хәрби комиссариаттан повестка килгән, был турала "РИА Новости"ға уның атаһы Ринат Билалетдинов хәбәр иткән.
"Данияр, ысынлап та, повестка алды. Хис-тойғолар тураһында һөйләүе ауыр, сөнки ул хеҙмәт итмәгән, бары ул үҙенсәлекле, спорт йүнәлешле часта хеҙмәт итеп, присяга ҡабул иткән. Законда, ни тиһәң дә, 35 йәшкә тиклемге кешеләрҙе саҡырырға, ә уға 37, шуға күрә бында ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа. Әле был хәбәрҙең дөрөҫмө, юҡмы икәнлеген асыҡлау өсөн ваҡыт кәрәк. Төрлө хәлдәр булырға мөмкин. Әгәр дөйөм мобилизация булһа, тимәк, һорауҙар бирергә кәрәкмәй. Әлегә президент өлөшләтә иғлан итте, барыһы ла законға ярашлы булырға тейеш", - ти атаһы.
Данияр Билалетдинов - Рәсәй милли командаһы составында футбол буйынса Европа чемпионатының бронза призеры. Клуб кимәлендә ул "Локомотив", "Эвертон", "Спартак", "Анжи", "Торпедо", "Рубин» һәм "Тракай" өсөн сығыш яһаны. Футболсы Рәсәй чемпионы, шулай уҡ ил кубогы һәм Суперкубогы эйәһе.
Әлеге ваҡытта Билалетдинов - Мәскәүҙең «Родина-2» клубы тренеры һәм Медиалиганың «Наши Парни» клубы уйынсыһы.