Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
29 Сентябрь 2022, 07:11

Башҡортостандан 40 ойошма вәкиле Төркиәгә бара

Улар 4-5 октябрҙә үтәсәк бизнес-миссияла ҡатнаша.

Башҡортостандан 40 ойошма вәкиле Төркиәгә бараБашҡортостандан 40 ойошма вәкиле Төркиәгә бара
Башҡортостандан 40 ойошма вәкиле Төркиәгә бара

Башҡортостандан 27 экспортер, шулай уҡ 13 импорт һәм ижтимағи ойошма вәкиле Төркиә республикаһында бизнес-миссияла ҡатнашасаҡ. 

Был хаҡта 27 сентябрҙә "Төркиә - яңы географик хикәйә" темаһына онлайн-эшлекле осрашыу барышында билдәле булды. 

- Төп бурыс - Башҡортостан һәм Төркиә предприятиелары араһында кооперация элемтәләрен яйға һалыу. Хәҙерге ысынбарлыҡта импорт мәсьәләләренең киҫкен тороуын күрәбеҙ. Һис шикһеҙ, был йүнәлеште иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ, - тип билдәләп үтте Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева. 

Был осрашыу Халыҡ-ара кооперация һәм экпорт милли проекты күрһәткестәренә ирешеү өсөн дә ойошторола.

Фото: ирекле сығанаҡтарҙан.

#миллипроект #нацпроекты #нацпроектыБашкортостана #регпроекты #региональныепроекты

 

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас