

"Эш - йәштәргә!" вакансиялар йәрминкәһендә 300 ойошма эш урындары тәҡдим итте. Вакансиялар һаны 3 меңгә яҡын.
Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, был сараға дүрт мең тирәһе кеше килгән.
Вакансиялар йәрминкәһе "Арт-Квадрат" биләмәһендә үтте. Бында карьера буйынса консультанттар эшләне, коучинг сессиялар ойошторолдо.
Акцияла ҡатнашҡан эш биреүселәр араһында телекомпаниялар, дөйөм туҡланыу ойошмалары, сауҙа ритейлерҙары, стрит-фуд ойошмалары һәм башҡалар булды. Халыҡты хеҙмәт менән тәьмин итеү үҙәге бәлиғ булмаған үҫмерҙәр өсөн дә эш тәҡдим итте.
Килеүселәргә үҙ эшеңде асыу буйынса консультациялар ҙа үткәрелде.
Ҡунаҡтар араһында Джефф Монсон да бар ине. Ул йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы.
Фото: Башинформ
#нацпроекты #нацпроектыБашкортостана #регпроекты #региональныепроекты