Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
6 Октябрь 2022, 07:42

Совет майҙанына генерал Шайморатов һәйкәлен килтерҙеләр

 генерал-майор, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл 11 октябрҙә асыласаҡ.

Совет майҙанына генерал Шайморатов һәйкәлен килтерҙеләрСовет майҙанына генерал Шайморатов һәйкәлен килтерҙеләр
Совет майҙанына генерал Шайморатов һәйкәлен килтерҙеләр

Кисә Өфөнөң Совет майҙанына генерал Шайморатов һәйкәлен килтерҙеләр.

2 октябрҙә «Башинформ» агентлығы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа һылтанып хәбәр итеүенсә, статуяның үҙен алып килгәндәр.

«Тиҙҙән постаментҡа урынлаштыра башлайбыҙ. Был генерал Шайморатовҡа ғына һәйкәл түгел... Тыуған илебеҙ өсөн яуҙа һәләк булғандарға ихтирам күрһәтеү», —; тип яҙғайны Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле әле постамент эргәһендә тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәйкәл проекты асыҡ конкурста һайлап алынды, унда скульптор, тамырҙары башҡор милләтенә барып тоташҡан Салауат Щербаков еңеү яуланы.

Республика рәссамдары һәм скульпторҙары тәҡдиме менән монументтың ике яғына колонналар ҡуйырға хәл ителде. Быйыл апрель айында генерал Шайморатов һәйкәленә нигеҙ һалыу башланғайны.

Шайморатов дивизияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 4 мең саҡрымдан ашыу юл үткән, тип хәбәр итә Википедия. Юғары Баш командующий бойороҡтарында һуғышта айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәткәндәр иҫәбендә 15 тапҡыр телгә алына. Уның 3 860 яугире орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 78-е – Советтар Союзы Геройы, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры була. Ҡыҙыл Армияның бер берләшмәһендә лә шунса геройҙар юҡ.

Автор:
Читайте нас