Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
7 Октябрь 2022, 06:55

Йылайыр районында янғын сыҡҡан

Көндәрҙең һалҡынса тороуына ҡарамаҫтан, кисә көндөҙ Йылайыр районында янғын сыҡҡан.

Йылайыр районында янғын сыҡҡанЙылайыр районында янғын сыҡҡан
Йылайыр районында янғын сыҡҡан

 Башҡортостанда көндәрҙең һалҡынса тороуына ҡарамаҫтан, кисә көндөҙ Йылайыр районында янғын сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, Йылайыр ауылынан 6 саҡрым алыҫлыҡта урман янған.

Утты һүндереүгә 24 кеше һәм 7 берәмк махсус техника йәлеп ителгән. Киске 8-се яртыла 5,8 гектар майҙанда янғын һүндерелгән. Зыян күреүселәр юҡ.

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас