Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
8 Октябрь 2022, 08:56

Ҡасан тәүге ҡар яуа?

Синоптиктар ике айға һәм ял көндәренә һауа торошо менән таныштырҙы.

Ҡасан тәүге ҡар яуа?Ҡасан тәүге ҡар яуа?
Ҡасан тәүге ҡар яуа?

Көҙ башланды, ләкин Башҡортостан халҡы һаман да йылы көндәргә өмөтләнә. Республикала октябрь һәм ноябрь айҙары ниндәй һауа торошо көтөлә?  Ҡасан ҡар яуа? Синоптиктар ике айға һәм ял көндәренә һауа торошо менән таныштырҙы.

Гидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, октябрь айы йылы булмаҡсы.  Көндәрҙең йылыныуы һәм ҡояшлы, аяҙ тороуы көтөлә. Уртаса һауа температураһы көндөҙ 8-10 градус тәшкил итәсәк, ә ай дауамында яуым-төшөм аҙ буласаҡ.

Ноябрҙә һауа температураһы түбәнерәк буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ноябрь өсөн норма Цельсий буйынса -4,4 градус тәшкил итә. Ямғыр яуыуы фаразлана. Башҡортостанда ҡар ҡатламы ятыуы ноябрҙең икенсе декадаһында көтөлә.

Ә әлегә алдағы ял көндәрендә республикала йылы буласаҡ.

Шәмбе, 8 октябрҙә, Башҡортостанда көсөргәнешлелектә ямғырҙар көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +8, +13 градус тәшкил итәсәк.

Йәкшәмбе, 9 һәм 10 октябрҙә, республикала йылы антициклон көтөлә. Был көндәрҙә төндә термометр бағанаһы нулдән биш градусҡа тиклем күрһәтәсәк. Көндөҙ һиҙелерлек йылыта: +12, +17 градусҡа тиклем.

11 октябрҙә, Республика көнөндә, Цельсий буйынса төндә +1, +6, көндөҙ +10, +15 градус йылы һауа температураһы һаҡланасаҡ. Сираттағы фронталь бүлек яҡынлашыу менән республиканың төньяҡ-көнбайышы буйынса бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Өфөлә - яуым-төшөмһөҙ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас