Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
10 Октябрь 2022, 08:06

12 йәшлек малай токтан һуғылып үлгән

 Ваҡиға урынына тиҙ ярҙам килеп еткән, ләкин медиктарға баланың үлемен теркәргә генә ҡалған. Яҡындарына Хоҙай түҙемлек бирһен!

12 йәшлек малай токтан һуғылып үлгән12 йәшлек малай токтан һуғылып үлгән
12 йәшлек малай токтан һуғылып үлгән

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, 9 октябрҙә көндөҙ Әбйәлил районының Байым ауылында бер малай дуҫтары менән уйнап йөрөгәндә гараж тибындағы бинаның ҡыйығына менеп, эргәләге тирәккә үрмәләгән һәм ике ҡулы менән электр сымына йәбешкән. Ул 220 вольтлы токтан һуғылып үлгән.

Балалар шунда уҡ ярҙам һорап йүгергән. Ваҡиға урынына тиҙ ярҙам килеп еткән, ләкин медиктарға баланың үлемен теркәргә генә ҡалған. «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү барышы һәм һөҙөмтәләре - күҙәтеү ведомствоһы контролендә.

Автор:
Читайте нас