Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
10 Октябрь 2022, 09:43

Күпселек мәктәптәр берҙәм мәктәп формаһына күсә

Берҙәм мәктәп формаһын булдырыуға нисек ҡарайһығыҙ? 

Күпселек мәктәптәр берҙәм мәктәп формаһына күсәКүпселек мәктәптәр берҙәм мәктәп формаһына күсә
Күпселек мәктәптәр берҙәм мәктәп формаһына күсә

"Башинформ" хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда күпселек мәктәптәр берҙәм мәктәп формаһына күсә. Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта мәктәптәрҙә 30-ға яҡын муниципалитет (улар бөтәһе 54) мәктәптәрендә ошондай ҡарар ҡабул ителгән.

«Профилле форумдарҙың береһендә биш муниципаль берәмек берҙәм уҡыу формаһы һатып алыу тураһында мәсьәләне хәл итте, һуңынан уларға тағы ла 12 ҡушылды, хәҙер улар 30. Форма бер төрлө түгел, варианттар һәм һайлап алыу мөмкинлеге бар. Туҡыманың сифатына талаптар ҡаты. Республикала тегелгән форма баҙарҙағыға ҡарағанда сифатлыраҡ , хаҡы ла арзаныраҡ. Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн форманың хаҡы бюджеттан дотациялар менән ҡаплана», — тине мәғариф министры.

«Өс йыл элек ата-әсәләр ошо теманы күтәреп сыҡты, беҙ бер кемде лә мәжбүр итмәнек, быны ысынлап та ата-әсәләр хәл итергә тейеш. Әммә берҙәм форма — уңайлы ла, ыңғай яҡтары ла бик күп», — тине Радий Хәбиров.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас