Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
10 Октябрь 2022, 04:54

Уҡытыусыға һәйкәл асылды

Һәйкәл Әбйәлил районының бер мәктәбендә ҡуйылған. 

Әбйәлил районы Байым ауылы мәктәбендә уҡытыусыға һәйкәл асылды.Ул заманында ошо белем усағында уҡыған һәм хеҙмәт юлын башлаған Ансар Төлкөбаевтың тәҡдиме менән ҡуйылған. Скульптураны Магнитогорск ҡалаһынан рәссам-скульптор Сергей Ёлкин эшләгән.Байым мәктәбе алдындағы һәйкәлдә уҡытыусы хеҙмәтенең бар асылы сағылыш тапҡан. Ҡулына китап һәм указка тотҡан мөғәллим баланы глобус менән таныштыра. Тормошта ла шулай, уҡытыусы оло донъяға ишек аса, аң-белемгә һөйөү тәрбиәләй, күңелгә яҡтылыҡ, яҡшылыҡ орлоҡтары һала. 

 

Фото: "Башҡортостан" гәзите. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас