

Башҡортостан йәш яҙыусылары өсөн ойошторолған "Ҡаһарман" арт-коучингының форумы үтте.
22 - 23 октябрҙә баш ҡаланың "Президент-отел"ендә Башҡортостан йәш яҙыусылары өсөн "Ҡаһарман" арт-коучингының форумы тамамланды. Проект авторы - Әлиә Хәбилова. Бер йыл буйы барған проектта йәш яҙыусылар дәрестәр алып, үҙҙәрен һанап ҡаранылар, ҡәләмен осланылар.
Йыйында ҡатнашыусылар үҙҙәренә файҙалы мәғлүмәт алды. Спикерҙарҙың һәр һорауға аңлайышлы яуап биреүе, йәштәрҙең ижадына етди иғтибар бүлеп, уйланырға, һығымта яһарға һәм хаталар өҫтөндә эшләргә өйрәтте. Шундай матур атмосфера ла асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙәр өсөн Миләүшә Ҡаһармановаға, Венер Исхаҡовҡа, Зөһрә Бураҡаеваға, Гөлнара Хәлфетдиноваға, Марат Әминевҡа, Гөлдәр Яҡшығоловаға, Лариса Абдуллинаға ҙур рәхмәт.
Сарала ҡатнашыусыларға Булат Йосоповтың "Шағир көндәлеге" киноһын тәүгеләрҙән ҡарау бәхете тейҙе. Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков ҡурай көйҙәрен ишеттерһә, халыҡ-ара конкурс лауреаты Әлфиә Ниғмәтуллина моңло тауышы менән бөтәһен дә хайран ҡалдырҙы.