+24 °С
Ямғыр


Башгидромет синоптиктары алдағы көндәрҙә республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында хәбәр итте.
Бөгөн, 29 октябрҙә, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -2,-7°, аяҙытҡанда -12° градусҡаса һалҡын. Көндөҙ -1+4° градус.
Йәкшәмбе, 30 октябрҙә, төндә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында бер аҙ епшек ҡар яуа. Көндөҙ бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән. Төндә 0,-5°, көньяҡ-көнсығышта -10° градусҡа тиклем. Көндөҙ термометр бағанаһы -1+4 градус күрһәтәсәк.