Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Октябрь , 15:00

Өлфәт Мостафиндың мәрхүм булыуына ике йыл

"Тормош ҡанундары аяуһыҙ. Беҙ яҡындарыбыҙҙы юғалтабыҙ".

Өлфәт Мостафиндың мәрхүм булыуына ике йыл
Өлфәт Мостафиндың мәрхүм булыуына ике йыл

"...Тормош ҡанундары аяуһыҙ. Яҡындарыбыҙҙы юғалтабыҙ. Әммә улар хаҡында хәтер, уларҙың эштәре, уларҙың йылыһы беҙҙең менән ҡала, - тип яҙҙы республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. - Ғаиләбеҙ һәм яҡындарыбыҙ беҙҙе ташлап киткәндә лә уларҙың рухтары беҙгә көс һәм аҡыл бирә. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!"

Республика Башлығы уға яҡын кешеһе - Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың фотоһы менән уртаҡлашты. Ул теүәл ике йыл элек коронавирустан вафат булды.

Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тура бәйләнеш барышында 2020 йылдың 29 октябрендә вафат булған Өлфәт Мостафиндың ҡәберенә барырға йыйынаһығыҙмы тигән һорау бирҙеләр.

"Әлбиттә, мин был көндө зыяратҡа барам. Был шәмбе ике йыл буласаҡ, ваҡыт бара. Яра төҙәлмәй, Өлфәт Мостафинды хәтерләйбеҙ. Мотлаҡ барырбыҙ, күп кеше булыр", - тине Радий Хәбиров.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас в