Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь , 20:32

Байрам көндәрендә Башҡортостан поликлиникалары нисек эшләйәсәк?

Ашығыс медицина ярҙамы тәүлек әйләнәһенә, ғәҙәттәге режимда күрһәтеләсәк.

Байрам көндәрендә Башҡортостан поликлиникалары нисек эшләйәсәк?
Байрам көндәрендә Башҡортостан поликлиникалары нисек эшләйәсәк?

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 3 ноябрҙә, байрам алды көнөндә, поликлиникаларҙың эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Ә 4 ноябрҙә улар шәмбе графигы буйынса: иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй. Өйгә саҡырыуҙар, шул иҫәптән кисектергеһеҙ, был көндә көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем ҡабул ителә.

4 ноябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем Башҡортостанда йәшәүселәр дарыуҙар яҙҙырып алырға һәм коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһата ала.

Стационарҙар 4-6 ноябрҙә тәүлек әйләнәһенә эшләйсәк.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас в