Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь , 20:41

Республикала йәшәүселәргә хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш тураһында мәғлүмәтте ҡайҙан алырға?

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич билдәләүенсә, хәрби хеҙмәткә саҡырыу планға ярашлы һәм махсус хәрби операция  үткәреүгә бәйле түгел.

Республикала йәшәүселәргә хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш тураһында мәғлүмәтте ҡайҙан алырға?
Республикала йәшәүселәргә хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш тураһында мәғлүмәтте ҡайҙан алырға?

1 ноябрҙән 31 декабргә тиклем Рәсәйҙә көҙгө саҡырыу кампанияһы уҙа. Быйыл Башҡортостандан 4 мең кеше Рәсәй Армияһы сафын тулыландырасаҡ. Илдә көҙгө саҡырылышты өлөшләтә мобилизациялау менән бәйле бер айға һуңыраҡ башланды, шуға күрә саҡырыу кампанияһы 31 декабрҙә тамамлана.

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич билдәләүенсә, хәрби хеҙмәткә саҡырыу планға ярашлы һәм махсус хәрби операция  үткәреүгә бәйле түгел. Ашығыс хеҙмәт үтеүсе һалдаттар махсус операцияға йәлеп ителмәй һәм бер йылдан барыһы ла өйҙәренә әйләнеп ҡайта.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко төп саҡырылыш тураһында мәғлүмәтте ҡайҙа аласағын әйтте. Ул - 122-се ҡыҙыу элемтә һәм «Аңлайбыҙ.РФ» мәғлүмәт ресурсы. Дмитрий Чернышенко,  call-центр хеҙмәткәрҙәрен алдараҡ әҙерләгәндәр, тип билдәләне. Опраторҙарға быуындарҙың иң популяр һорауҙарына 20-нән ашыу яуап тапшырылды.

Республика Ситуацион үҙәгенең көҙгө саҡырылыш тураһындағы һорауҙарына түбәндәге телефондар буйынса яуап бирергә мөмкин:

122, өҫтәлмә номер 1 - 8 (347) 218-19-19, эш көнө иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем, көн һайын.

Шулай уҡ «Аңлайбыҙ.РФ» һәм «Иғлан итәбеҙ.Башҡортостан» мәғлүмәт ресурстары эшләй. Рус һәм башҡорт телдәрендәге версиялар бар:

- «Объясняем. Башкортостан» на pусском языке https://vk.com/obyasnyaem102 , 
- «Аңлатабыҙ. Башҡортостан» на бaшкирском языке https://vk.com/anlatabiz102

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас в