Шоңҡар
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь , 14:16

Баш ҡаланан бер төркөм балалар табиптары ЛНР-ға юлланды

Республика балалар клиник дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә...

Баш ҡаланан бер төркөм балалар табиптары ЛНР-ға юлланды
Баш ҡаланан бер төркөм балалар табиптары ЛНР-ға юлланды

Республика балалар клиник дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 ноябрҙә балалар белгестәренең медицина бригадаһын бөтә коллектив менән Луганск халыҡ республикаһына оҙатҡандар.

"Урынға килеп еткән хеҙмәткәрҙәр ЛНР балаларына медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Коллегаларыбыҙға уңышлы эш теләйек!", - тип хәбәр иттеләр медицина учреждениеһында.

Бынан алда "Башинформ" махсус хәрби операцияға саҡырылған яугирҙар өсөн Луганск халыҡ республикаһына Башҡортостандан табиптарҙың һәм гуманитар ярҙам күрһәтеүселәрҙең килеүе тураһында хәбәр иткәйне. Яугирҙәргә бушлаттар, аяҡ кейеме, бирсәткәләр, аҙыҡ-түлек һәм медикаменттар алып килделәр. Яраланғандарҙы дауалау менән ике табип һәм ике шәфҡәт туташы шөғөлләнә.

Автор:
Читайте нас в