Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
25 Ноябрь 2022, 14:56

Республика синоптиктары ял көндәренә һауа торошо хаҡында һөйләне

Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары.

Республика синоптиктары ял көндәренә һауа торошо хаҡында һөйләнеРеспублика синоптиктары ял көндәренә һауа торошо хаҡында һөйләне
Республика синоптиктары ял көндәренә һауа торошо хаҡында һөйләне

Ял көндәрендә һауа температураһы аяҙытҡанда 23 градусҡаса түбәнәйә, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 25 ноябрҙә, республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 2-7 метр. Һауа температураһы көндөҙ -2, -7, төньяҡта -12 градус.

Шәмбе, 26 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15 градус, аяҙытҡанда -18, -23. Көндөҙ -6, -11 градус, Башҡортостандың көнсығышында 16 градусҡаса һалҡын.

Йәкшәмбе, 27 ноябрҙә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15 градус, аяҙытҡанда -18, -23. Көндөҙ -6, -11, көнсығышта -16 градус.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас