+21 °С
Болотло


Башҡортостанда алдағы өс көндә һыуыҡтар фаразлана. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, шәмбе көндөҙ, 3 декабрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы -15,-20, урыны менән -25 градус.
Йәкшәмбе, 4 декабрҙә, яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ төньяҡта бер аҙ ҡар. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -25,-30, көньяҡта -20, көндөҙ -12,-17 градус.
Дүшәмбе, 5 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -15,-20, аяҙытҡанда -22,-27, көндөҙ -11,-16 градус була.