-17 °С
Болотло
Өфөнөң Киров районын төҙөкләндереү буйынса хеҙмәт махсус техника водителдәрен һәм юл эшселәрен эшкә саҡыра. Был хаҡта Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Муниципаль учреждение тейәгес, "КАМАЗ" һәм "ЗИЛ" автомобилдәре, "МТЗ" тракторы, "ПАЗ" һәм "Газель" автобустары водителдәре, шул иҫәптән баларҙы йөрөтөү өсөн, бульдозер машинистары һәм юл эшселәре талап ителә.
Эш биреүсе эш эҙләүселәргә тулы социаль пакет һәм сменалы эш графигын тәҡдим итә. Балалар автобусы водителе өсөн биш көнлөк эш аҙнаһы. Ситтән килеүселәргә дөйөм ятаҡ бар. Ҡала буйлап эшкә вахта автобустары алып йөрөй.
Ошондай уҡ хәл ҡаланы төҙөкләндереү буйынса башҡа муниципаль район хеҙмәттәрендә лә күҙәтелә.
Фото: Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте