-24 °С
Болотло
Башҡортостанда өс мең кеше льготалы программа буйынса һанлы профессияларға эйә буласаҡ. Алты меңгә яҡын заявка араһынан өс меңе һайлап алынған һәм бәхетлеләргә 50%, 75% процент ташлама менән йәки бушлай уҡыу мөмкинлеге бирелде. Был хаҡта республиканың һанлы үҫеш министрлығы хәбәр итте.
Граждандар белем биреүсе ойошма менән килешеү төҙөп, үҙе һайлаған курста уҡып сыға ала.
Кешеләр күпләп һайлаған курстар ошолар булды: Python-эшкәртеүсе, интернет-маркетолог, интерфейс дизайнеры, Яндекс аналитигы, проекттвр менеджеры, графика дизайны белгесе...
Проект "Һанлы иҡтисад" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: Башинформ
#нацпроекты #национальныепроекты #регпроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостана