-17 °С
Болотло
Яңы йыл төнөндә Башҡортостанда яҡшы һауа торошо көтөлә, тип хәбәр иттеләр Башгидрометүҙәктән.
Күпселек райондарҙа бер аҙ ҡар яуа. Ҡаты һыуыҡтар көтөлмәй.
Һауа температураһы -12, -17, аяҙытҡанда -18, -23 градус. Яңы йылдың тәүге көнөндә -5, -10, көнсығышта -15 градус була. Өфөлә яңы йыл төнөндә -12, -14, аяҙытҡанда -18-гә тиклем, 1 ғинуарҙа көндөҙ -8, -10.