Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2023, 20:00

Ҡаты һыуыҡтарҙа хәүфһеҙлек саралары

Башҡортостан Республикаһында һауа температураһының төндә -32,-37 булыуы күҙаллана.

Ҡаты һыуыҡтарҙа хәүфһеҙлек саралары
Ҡаты һыуыҡтарҙа хәүфһеҙлек саралары

Алдағы тәүлектә, Гидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан Республикаһында һауа температураһының төндә -32,-37, көньяҡ-көнсығышта -24,-29, көндөҙ -25,-30, көньяҡ-көнсығышта -20 градус булыуы фаразлана.

Һыуыҡ көндәрҙә кеше өсөн төп хәүеф - тәнде өшөтөү һәм туңдырыу. Һыуыҡ көндәрҙә лә йәшәйеште тәьмин итеү системаларында, юл-коммуналь хеҙмәттәр эшендә, транспорт эшендә авариялар булыуы ихтимал. Торлаҡ секторында янғындар һаны арта.

Һыуыҡ көндәрҙә йылы итеп кейенергә, бейәләйһеҙ, башлыҡһыҙ һәм шарфһыҙ урамға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.

Янғын хәүефһеҙлеге тураһында

Үҙ ҡулығыҙҙа булған электр йылытҡыстарын файҙаланмағыҙ, электр селтәренә артыҡ көс төшөрмәгеҙ.

Өҙлөкһөҙ яғыу мейестең ныҡ сатнауына һәм ярыҡтар барлыҡҡа килеүгә килтереүе мөмкин. Ә улар, үҙ сиратында, - янғынға.

Газ баллондарын файҙаланыуға айырыуса иғтибар йүнәлтелә - уларҙы өйҙә һәм балконда һаҡларға ярамай. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һыуыҡтан заправкаланған баллонды тулыһынса йылыға күсерһәгеҙ, газ киңәйә һәм төҙөк булмаған ерҙән газ сығарып ултырыуы мөмкин.

 

Автор:
Читайте нас: