Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2023, 10:27

Республикала һауа температураһы 41 градусҡа тиклем түбәнәйҙе

Ә һеҙҙә бөгөн көн нисек, дуҫтар? Термометр бағанаһы нисәне күрһәтә?

Республикала һауа температураһы 41 градусҡа тиклем түбәнәйҙе
Республикала һауа температураһы 41 градусҡа тиклем түбәнәйҙе

Башҡортостанға Раштыуа һыуыҡтары килде. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, уҙған төндә республиканың төньяҡ райондарында термометр бағанаһы 40 градусты уҙып киткән. Атап әйткәндә, Башгидрометүҙәктең һауа торошо картаһы мәғлүмәттәре буйынса, 8 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 8-ҙә Ҡариҙел районында минус 41 градус теркәлгән. Архангел һәм Иглин райондарында ла иртән шулай уҡ һалҡын булды. Унда термометр бағанаһы -39 градус күрһәткән.

8 ғинуарҙа иртән Өфөлә 32 градус һыуыҡ булды.

БР Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, алдағы көндәрҙә термометр бағанаһының минус 40-42 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал.

Хәйер, киләһе аҙнаның икенсе яртыһында уҡ һыуыҡтар әкренәйә башлаясаҡ, республиканың күпселек райондарында бер аҙ ҡар яуасаҡ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: