Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2023, 20:28

Башҡорт батыры Фәнис Хөсәйенов вафат

Был турала Тәтешле районының хакимиәт башлығы Фәнүр Шәйхисламов социаль селтәрҙә хәбәр итте.   

Башҡорт батыры Фәнис Хөсәйенов вафат
Башҡорт батыры Фәнис Хөсәйенов вафат

"Ҡайғылы хәбәрҙе еткерәм -Украина биләмәһендә махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгән данлыҡлы яҡташыбыҙ Фәнис Хөсәйенов һәләк булды. Был беҙҙең уртаҡ ҡайғыбыҙ һәм ҙур юғалтыу. Ил һағы, тыныслыҡ өсөн көрәштә, ул туғандаш халҡын нацистарҙан ғына түгел, үҙенең Ватанын, яҡындарын һәм туғандарын фашизм таралыу ҡурҡынысынан да һаҡланы.
Геройҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фәнис мәңгелеккә беҙҙең йөрәктәрҙә, Рәсәй хәтерендә һәм героик йылъяҙмаһында ҡаласаҡ.

Хушлашыу 2023 йылдың 16 ғинуарында иртәнге сәғәт 11-ҙә Үрге Тәтешле ауылы мәҙәниәт йорто майҙанында уҙа", - тип яҙа ул.

Фәнис Хөсәйенов Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылында тыуып үҫкән. Күптән түгел ул тыуған яҡтарында ялға ҡайтып, илде һаҡларға ҡабат юлланғайны. Ул ғүмеренең аҙағына тиклем ил алдындағы бурысына яуаплы булды. Тыныс йоҡла, Башҡортостандың батыр улы...

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: