Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2023, 10:25

Үлем осраҡтары кәмеһен өсөн ҙур ярҙам

Йөрәк сиренән китеүселәр күп бит.

Үлем осраҡтары кәмеһен өсөн ҙур ярҙам
Үлем осраҡтары кәмеһен өсөн ҙур ярҙам

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда йөрәк сиренә ҡаршы көрәшеү өсөн ҡиммәтле аппарат урынлаштырып бөтөргә тейештәр. Күп кенә урындарға, шул иҫәптән Дыуан районы Мәсәғүт дауаханаһына уны ҡуйып өлгөргәндәр ҙә инде. 

Заманса компьютер томографының хаҡы 55 млн һум тора. Ул элекке ҡоролманан күпкә хәүефһеҙ, заманса технология буйынса эшләнгән, сир сәбәбен күпкә тиҙерәк һәм анығыраҡ белергә мөмкин. 

Йөрәк сире, ҡан әйләнеше боҙолоу менән яфаланған кешеләр республикала бик күп. 2018 йылда ғына вафат булыусыларҙың яртыһы ошо сирҙәр арҡаһында яҡты донъянан киткән. 

Фото: Башинформ

#регпроекты #нацпроектыБашкортостана

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас: