Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ғинуар 2023, 13:09

Вәзәмдәрҙең кейеҙе

«Өшөмәһендәр, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, хоҙай көс, сабырлыҡ бирһен», — тигән теләктәр менән баҫты ҡатын-ҡыҙҙар был түшәкте. 

Вәзәмдәрҙең кейеҙе
Вәзәмдәрҙең кейеҙе

Хәйбулла районы Вәзәм ауылы халҡы СВО -ла ҡатнашҡан егеттәргә ҡулдан килгән тиклем ярҙам итергә тырыша: йылы ойоҡбаштар, аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. 

 

Вәзәмдәр был юлы һалдаттарға һарыҡ йөнөнән түшәктәр эшләргә булған. Мәғлүм булыуынса, һарыҡ йөнөнән эшләнгән түшәк еңеллеге, йылылығы, шифаһы менән айырылып тора. 

 

«Өшөмәһендәр, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, хоҙай көс, сабырлыҡ бирһен», — тигән теләктәр менән баҫты ҡатын-ҡыҙҙар был түшәкте. 

 

«Алда әле күп эштәр тора, башҡалар ҙа ярҙамға килер тигән өмөттә ҡалабыҙ. Күмәкләһәк, барыһын да еңеп сығырбыҙ, алла бирһа, ышаныс ҡына кәрәк. Ауыл клубына килгән өмәсе катын-ҡыҙҙарға, йөн тетеп биргән Мәрзиә Сүринаға ҙур рәхмәт», — тип белдерҙе Вәзәм халҡы.

Автор:
Читайте нас: