

Көтөлгәнсә, быйылғы Мөрәжәғәтнамәнең төп өлөшө Украиналағы махсус хәрби операцияға арналды. Владимир Путин ни өсөн Рәсәйҙең Украинала махсус хәрби операция башлауын аңлатты.
– Беҙ эҙмә-эҙлекле алдыбыҙға ҡуйған бурыстарҙы хәл итәсәкбеҙ. Әле асыҡланыуынса, махсус хәрби операция башланғансы уҡ, Киев Көнбайыш менән Украинаға ПВО системалары, хәрби самолеттар һәм башҡа ауыр техника килтереү тураһында һөйләшеүҙәр алып барған. Хатта Киев ядро ҡоралы алырға ла тырышып ҡараны бит. Тимәк, Донбасстағы хәлдәр башланған саҡта уҡ Көнбайыш беҙҙе алдарға тырышҡан. Әле бөтә донъя Америка базалары менән тулған. Беҙ асыҡ булдыҡ, Көнбайыш менән ике яҡ өсөн дә файҙалы һөйләшеүҙәр алып барырға әҙер инек. Һуғышты улар башланы, ә беҙ уны туҡтатыр өсөн көс ҡулланабыҙ. Беҙ үҙебеҙҙең йортто һәм кешеләр ғүмерҙәрен яҡлайбыҙ, ә Көнбайыштың маҡсаты – сикһеҙ власть, – тине Владимир Путин.