

Башҡортостан синоптиктары алдағы оҙайлы ялдарға фараз бирҙе. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 23 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, республика биләмәһенә әүҙем циклон күсә. Шуға күрә ҡар ҡатыш һәм буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ көтөлә. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -4°, -9°, урыны менән 14 градусҡаса һалҡын буласаҡ.
Унан һуңғы көндәрҙә, 24 һәм 25 февралдә, циклон Урал аръяғына күсә. Төндә -14°, -19°, аяҙытҡанда -24°, көндөҙ -6°, -11°, урыны менән -14 градусҡаса һалҡынайта. Баш ҡалала ҡар яуыуы кәмейәсәк. Уртаса һәм көслө ел иҫкәндә юлдарҙың айырым участкаларында көрт һалыуы көтөлә.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-22/sinoptiki-rasskazali-o-pogode-v-prazdnichnye-vyhodnye-3154561