Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
3 Апрель 2023, 07:06

Кисә Өфөлә һауа +17,1 градусҡаса йылынған

Бындай температура 45 йыл элек булған:  1978 йылда иһә был көндө +15,4 градусҡа еткән.  Һеҙҙең яҡтарҙа һауа торошо нисек?

Кисә Өфөлә һауа +17,1 градусҡаса йылынғанКисә Өфөлә һауа +17,1 градусҡаса йылынған
Кисә Өфөлә һауа +17,1 градусҡаса йылынған

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың 2 апрелендә Өфө-Дим аэрология станцияһында бығаса теркәлгән һауа температураһының абсолют максимумы үтеп кителгән. Көндөҙ һауа +17,1 градусҡаса йылынған. 45 йыл элек, 1978 йылда иһә был көндө +15,4 градус булған.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, алдағы көндәрҙең йылы булыуы фаразлана. Дүшәмбе, 3 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ составит +12, +17.

Шишәмбе һәм шаршамбы, 4 һәм 5 апрелдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә -1, +4, көндөҙ +11, +16 градус.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru

Автор:Загида Мусина
Читайте нас