

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының һәм Мифтәхетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн дидактик материал" проекты тормошҡа ашырҙы.
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты фонды ярҙамында булдырылған.
Хәҙер балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре башҡорт телен һүрәттәге сағыу китаптар, кубиктар, пазлдар ярҙамында өйрәнә ала. Һәр әкиәт буйынса китапта QR-код бар. Шул QR-код аша үтеп, әкиәттәрҙең аудио вариантын да тыңларға була.
Был проекттың төп маҡсаты — башҡорт телен белмәгән кескәйҙәргә телде өйрәтеү, башҡорт телен дәүләт теле кеүек артабан өйрәнеүҙе еңеләйтеү.
Әкиәттәр менән сағыу китаптар, кубиктар, пазлдар буйынса уҡытыу республиканың бер нисә баҡсаһында һыналған. Шулай уҡ 120 педагог уҡыуҙар үткән. Тәрбиәселәр яңы алымды бик юғары баһаланы.
Дидактик материалдың авторҙары - Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы, Галина Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы, Дәүләтҡолова Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы.
"Һәр теләүсегә был китап һәм пазлды беҙҙән килеп алырға мөмкин буласаҡ. Тик бер ҡулға бер комплект ҡына дидактик материалдар бирелә. Материалдарҙы таратыу башланғас та беҙ сәхифәбеҙҙә иғлан яһарбыҙ," — тип белдерелә "Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды" ның рәсми сәхифәһендә.