Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
6 Апрель 2023, 05:17

Аксаков исемендәге баҡса реконструкцияға ябыла

Паркты төҙөкләндереү "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә башҡарыла. 

Аксаков исемендәге баҡса реконструкцияға ябылаАксаков исемендәге баҡса реконструкцияға ябыла
Аксаков исемендәге баҡса реконструкцияға ябыла

Өфөлә Аксаков исемендәге баҡса реконструкцияға ябылды.

Ремонт эштәре барған осорҙа биләмәгә инеү сикләнә. 

Паркты төҙөкләндереү "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Былтыр өфөләрҙең күбеһе тап ошо урын өсөн тауыш бирҙе. Килешеүҙәр 2023 йылдың мартында төҙөлгән. Эштәрҙе план буйынса тамамлау ваҡыты - сентябрь аҙағы. 

Баҡса биләмәһе фунциональ зоналарға бүленә: тарихи аллея, күл буйы, әҙәби ҡунаҡхана, балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа килә. Бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыу, яҡтыртыуҙы яңыртыу, юл япмаһын алмаштырыу, ҙур ағастар һәм сәскә атҡан ҡыуаҡлыҡтар ултыртыу ҡаралған. 

Фото: Башинформ

#миллипроект #нацпроекты #региональныепроекты

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас