+21 °С
Болотло


Өфөлә Шафиев урамын төҙөкләндереү башлана - ул 14-се йорттан 500 метрлыҡ урында (Р.Зорге урамы киҫелеше янында). Тәүҙә юлдың яртыһы ябыҡ буласаҡ, ә асфальт түшәгән ваҡытта - тулыһынса, кварталлап.
Юл һәм ремонтлау идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, участкала яңы асфальт түшәләсәк, бордюрҙар алмаштырыласаҡ, техник һыҙаттар һалынасаҡ, тротуар һәм йәйәүлеләр ҡоймаһы ремонтланасаҡ.
График буйынса ремонт ағымдағы йылдың октябрь башында тамамланырға тейеш.
Ремонт "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә финанслана.
Фото: Башинформ
#миллипроект #нацпроекты #региональныепроекты