Шоңҡар
+6 °С
Облачно
Новости
12 Апреля 2023, 10:29

Вейп һатыу тыйылды

Вейп өсөн шыйыҡсаларҙа ауыр металдар, башҡа химик матдәләр бар, уларҙың организмға эләгеүе яман шеш барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын арттыра.

Добавить в предпочтительные источники Google
Вейп һатыу тыйылдыВейп һатыу тыйылды
Вейп һатыу тыйылды

Дәүләт Думаһы депутаттары 11 апрелдә бәлиғ булмағандарға вейп һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте. Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин үҙенең телеграм-каналында ошо хаҡта белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, закон сығарыусыларҙың күпселеге әлеге башланғысты хуплаған.

«Был бит балаларыбыҙҙың һаулыҡ мәсьәләһе. Вейп өсөн шыйыҡсаларҙа ауыр металдар, башҡа химик матдәләр бар, уларҙың организмға эләгеүе яман шеш барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын бермә-бер арттыра. Вейптың ағыулы парҙары тын алыу юлдарының тарайыуына сәбәпсе була», - тип хәбәр итте парламент рәйесе.

 

https://www.bashinform.ru

Автор:Загида Мусина
Читайте нас