Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
13 Апрель 2023, 06:22

"Яркий" микрорайоны үҫешә

Яр буйы һәм бульвар төҙөлөштәре дауам итә.

"Яркий" микрорайоны үҫешә"Яркий" микрорайоны үҫешә
"Яркий" микрорайоны үҫешә

Төҙөлөш эштәре ҡаланың яңы биҫтәһендә быйыл ғинуар айында башланған. Эштәр «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты менән финанслана.

Урамда ла, бульварҙа ла икешәр хәрәкәт һыҙаты һәм тротуарҙар, яҡтыртыу ҡорамалдары, ҡойма ямғыр канализациялары ҡаралған. Бөтә бульвар буйлап (380 м) велосипед юлы һалынасаҡ. Яр буйын төҙөгәндә (оҙонлоғо 608 м) газ үткәргес торбаларын күсерергә тура киләсәк. Әле объектҡа 12,5 мең тонна ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы һәм 65 мең кубометр тупраҡ килтерелгән. Әлеге мәлдә әҙерлек эштәре алып барыла, бордюрҙар, ҡоҙоҡ ҡулсалары рәткә килтерелә. 

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас