

Журналдың тышлығында - "АКФИКС-РУС" компанияһының генераль директоры Венер Бағышаев. Хәйбулла районының төпкөл ауылынан сыҡҡан егет нисек Мәскәүҙә үҙенең компанияһын асып ебәргәне тураһында "Тырышаһың, эшләйһең, бирешмәйһең!" тигән мәҡәләлә таныша алаһығыҙ.
"Теге донъяның нимә икәнлеген беләм", - ти Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева. Журналда шулай уҡ уның менән дә йылы әңгәмә бирелгән.
Хәйҙәр Тапаҡовтың "Шәүлә" повесы ла баҫылды. Кәйефегеҙҙе Фәйрүзә Кинйәбаева менән Нуриҙә Илһамованың юмористик хикәйәләре күтәрер. Шиғыр һөйөүсөләрҙе Айгөл Айытҡолованың бер шәлкем ижад емештәре ҡыуандырыр. Сәғәҙәт Анарҡолованың - "Етемлектең бер көнө", Хәмзә Ишдәүләтовтың "Һуңлап килгән үкенес" хикәйәләре уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмаҫ, моғайын. Ә "Яҡты һыны мәңге хәтерҙә" тигән мәҡәләһендә Гөлнур Ҡасҡынова башҡорт халҡының һөйөклө ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшинаның тормошона байҡау яһай.