Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
27 Апрель 2023, 07:58

Еңеү байрағы эленмәһә - штраф

Законды үтәмәгән өсөн вазифа биләгән кешеләргә – 10-15 мең, юридик ойошмаларға 20-25 мең һум административ штраф ҡаралған.

Еңеү байрағы эленмәһә - штрафЕңеү байрағы эленмәһә - штраф
Еңеү байрағы эленмәһә - штраф

Башҡортостанда Еңеү байрағы тураһында законды үтәмәгән өсөн штраф һалына. Республиканың Дәүләт Йыйылышында белдереүҙәренсә, быйылдан Еңеү көнөндә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары биналарында Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтары һәм муниципаль берәмектең флагы менән бер рәттән Еңеү байрағының күсермәләре эленергә тейеш. Шулай уҡ тантаналы саралар үткәргәндә Еңеү байрағын ҡулланыу тәртибе раҫланған. Законды үтәмәгән өсөн вазифа биләгән кешеләргә – 10-15 мең, юридик ойошмаларға 20-25 мең һум административ штраф ҡаралған.

Парламент спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, Еңеү байрағы күсермәләрен ҡулланыу тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

«Еңеү байрағын күтәреү – ул тантаналы йола ғына түгел, – тине Константин Толкачев. – Был, тәү сиратта, замандаштарыбыҙҙың фашизмды еңгән быуынға рәхмәт билдәһе».

https://www.bashinform.ru

Автор:Загида Мусина
Читайте нас