

Йылайыр ауылы мәҙәниәт йортонда "Супер өләсәй" тип исемләнгән район конкурсы уҙҙы. Унда төрлө ауылдарҙан 13 иң шәп өләсәй һынау тотто. Ҡайһыһының өләсәйлек стажы 20 йылға яҡын булһа, кемдер яңы-яңы был статусҡа эйә булған. Кемеһелер инде 6-7 балаға өләсәй булһа, кемеһелер тәүге ейәнен һөйөнөп туя алмай.
Тәүге ярышта өләсәйҙәр үҙҙәре менән таныштырҙы. Һәр кем үҙе, ғаиләһе, ейән-ейәнсәрҙәре тураһында һөйләне, слайд-шоу, видео тәҡдим итте.Икенсе конкурста һәр кемеһе үҙ маһирлығын күрһәтте: бейенеләр, йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр, ейән-ейәнсәрҙәре менән дә сығыш яһаусылар булды.
Еңеүсе тип Йомағужа ауылынан Фәриғә Аҡҡужина табылды.