Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Май 2023, 15:28

Шағирҙың күлдәге

"Шағирҙың үҙенә ҡағылған, йән-тән йылыһын тойғандай булдым", - тип яҙа Миләүшә Ҡаһарманова. 

Шағирҙың күлдәге
Шағирҙың күлдәге

Миләүшә Ҡаһарманова: 

"Дүртөйлө районы Әсән ауылындағы Шәйехзада Бабич музейында һаҡлана ошо күлдәк. Уны Бабич бер дуҫына бүләк иткән булған. Бик тығыҙ етен тауарҙан, ҡулдан һырлап тегелгән. Музейҙа быяла аҫтында ғына һаҡлана ине, мин һорап алып яҙып ҡараным.

Күңелдә әллә ни төрлө тойғолар бергә ҡушылып буран ҡуптарҙы. Шағирҙың үҙенә ҡағылған, йән-тән йылыһын тойғандай булдым. Бына шундай һәм тағы ла әллә ни төрлө ҡыҙыҡлы байлыҡ һаҡлана әҙәби музейҙарҙа".

 

Сығанаҡ: 

 
Автор:Загида Мусина
Читайте нас: